31 июлдә Октябрьскийҙан Стас Стасов ошондай хат ебәрә. Ул Совет урамындағы бишенсе йортта йәшәүселәрҙең проблемаһын сағылдыра.
“Дождями заливает подъезд. Два месяца “Жилуправление” не может перекрыть козырек входной группы”.
Ирҙең хатын “Инцидент-менеджмент” системаһы теркәй һәм проблеманы хәл итеү башлана. Республика менән идара итеү үҙәге белгестәре мөрәжәғәт буйынса ҡала хакимиәте менән бәйләнешкә сыға.
2 августа “Жилуправление” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре подъездға инә торған урында ҡыйыҡты төҙөкләндереп ҡуя. Октябрьский ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Илнур Нафиҡов мәсьәләнең хәл ителеүе тураһында белдерә. Республика менән идара итеү үҙәгенә түбәнең тәртипкә килтерелеүен дәлилләгән фотоһүрәттәр ебәрелә.
Республика менән идара итеү үҙәге Башҡортостанда йәшәүселәрҙең мәсьәләләрен оператив хәл итә. Быйыл 1 ғинуарҙан 17 августҡа тиклем идарасы компанияларға зарланған 569 хәбәр ҡабул ителгән. Былтыр ундай хаттар 112 булған.
Республика менән идара итеү үҙәге министрлыҡ түгел, тармаҡтар менән идара итмәй, аҡса бүлмәй. Ул координация үҙәге һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә.
#Инцидент #ЦУР #Башкортостан




