Мөрәжәғәт ителде. Хәҙер проблема юҡ

    Өфө ҡалаһы Октябрь районында йәшәгән Наталья Боброва Гагарин урамындағы 24-се йорт подъездындағы проблема хаҡында хәбәр итә.

   “Урындағы етәкселәр мәсьәләне хәл итеүҙән баш тарта. Бер нисә ай буйына ҡыйыҡты, үткән йылдың апреленән алып 68-се фатир өҫтөндәге ҡыйыҡты йүнәтеүҙәрен, уйын майҙансығына сүп һауыттары ҡуйыуҙарын һорайым. Сипайлово биҫтәһенең 83-сө торлаҡ-эксплуатациялау идараһы мәсьәләне хәл итә алмай”.

    Мөрәжәғәт “Инцидент-менеджмент” системаһында теркәлә.

    Өфө ҡалаһы Октябрь районы хакимиәте ошондай яуап ебәрә.

   “Юрий Гагарин урамы, 24 адресы буйынса урынлашҡан уйын майҙансығына сүп йәшниктәре ҡуйылды.  Башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү барышы контролгә алынды”.

Бер аҙҙан ҡыйыҡтарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһенә лә нөктә ҡуйылды. Был хаҡта Октябрь районы хакимиәтенән белдерҙеләр.

“Подъезд һәм фатир өҫтөндәге ҡыйыҡтар ремонтланды.

    Республика менән идара итеү үҙәге министрлыҡ түгел, тармаҡтар менән идара итмәй, аҡса бүлмәй. Ул координация үҙәге һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә.

#Инцидент, #ЦУР, #Башкортостан 

Фото №1 - Мөрәжәғәт ителде. Хәҙер проблема юҡ
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ