Бүздәк ауылындағы “Көньяҡ” биҫтәһендә йәшәгән Эльвира Йосопова Т. Фәхретдинов урамындағы юл торошона борсола. Ул социаль селтәрҙә хәбәр ҡалдыра. Ҡатын һүҙҙәренсә, юлға хатта ҡырсынташ та түшәлмәгән.
Республика менән идара итеү системалары мөрәжәғәтте теркәй.
Район хакимиәте ошо йылдың октябренә тиклем “Көньяҡ” биҫтәһендәге 5 урамды төҙөкләндерергә тейеш була. Планға Фәхретдинов урамы ла индерелгән. Подрядсы ойошма 4 августа Фәхретдинов урамына ҡырсынташ түшәүҙе тамамлаған. Эльвира Йосопова социаль селтәрҙә тағы ла бер мөрәжәғәт ҡалдырған. Был юлы ҡатын мәсьәләне хәл иткән өсөн рәхмәт белдергән.
Республика менән идара итеү үҙәге министрлыҡ түгел, тармаҡтар менән идара итмәй, аҡса бүлмәй. Ул координация үҙәге һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә.
Фото: "Инцидент-менеджмент".
#Инцидент, #ЦУР, #Башкортостан
#ЦУРБашкортостан #ЦУРБашкортостан_решаемвместе







