Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, пандемия башланғандан алып, ҡурҡыныс сир 975 кешенең ғүмерен өҙгән. Бынан тыш, һуңғы тәүлектә ауырыусылар исемлегенә 294 кеше өҫтәлгән. Республика дауаханаларында 86 пациент ауыр хәлдә ята, өс кеше үпкәләрҙе яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған.
Вакцинаның беренсе компоненты 1 миллион 102 меңдән ашыу кешегә яһалған. 912 мең самаһы кеше прививкалауҙы тамамлаған. Һуңғы тәүлектә вакциналаныусылар исемлеге 25 мең 348 кешегә тулыланған.




