Белорет районында урман янғыны ҡотора. Ҡыҙыл әтәстән 190 гектар биләмә зыян күргән. Урында БЮТ каналының ижади төркөмө эшләй. Тәбиғәт стихияһы тураһында тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажында.
Белорет районында башлыса ылыҫлы урман. Уларҙың аҫҡы суҡтары ергә тейә, шуға күрә түбәнге янғын ағас өҫтөнә күсеүе лә ихтимал. Ә өҫтәге янғындың тиҙлеге лә көслө һәм уны һүндереү ҙә ҡатмарлы, ти белгестәр. Янғынды туҡтатыу һәм артабан ебәрмәү өсөн минералләштерелгән һыҙаттар буйлап үҫкән һәм янғындан зыян күргән ағастар бысыла.
Тау һәм ҡуйы урманлы рельеф булғанлыҡтан техникаға үтеүе ауыр. 1-се мобиль төркөм квадрацикл менән йөрөп биләмәлә разведка ойоштора. Улар бер янғын нөктәһенән икенсеһенә тиклем тиҙ арала барып етә. Янғын үҙәктәрен дә тәү сиратта улар асыҡлай. Белорет районының Ирәкташ янындағы утлы ғәрәсәт 13 август теркәлә. Тирлән урмансылығы менән Белореттан урман янғыны хеҙмәтенән көстәр тарттырыла. Ҡеүәтле техника бураҙналар ҡаҙа башлай.
Белорет районында сыҡҡан урман янғынын һүндереү ҙә тағын бер үҙенсәлеге ул – һыу ятҡылыҡтарының булмауы. Иң яҡындағы йылға 3-4 саҡрым алыҫлыҡта, ләкин юлдың насар булыуын иҫәпкә алғанда Инйәргә тиклем сәғәт ярым барырға кәрәк.
Тәбиғәт янғыны ҡурсаулыҡҡа һәм Ирәктәш тауына тиклем барып етмәгән. Уны Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм Белорет ҡалаһының Урман янғыны хеҙмәте техникаһы ҡамап өлгөрә. Әлеге ваҡытта ҡотҡарыусыларҙың бер өлөшө өйгә ҡайтарылды. Хәлде янғын һүндереүселәр менән урмансылар контроль аҫтында тота.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, әлеге көндә республикала 493 гектар майҙанда 13 янғын ғәмәлдә ҡала. Уларҙың 7-һе ҡамап алынған. Белорет, Благовар, Көйөргәҙе, Бөрйән райондарында янғын менән көрәш әле булһа ла дауам итә.
Әлфинә Килдейәрова







