Шишмә районы Сәфәр ауылынан Мәғфиә Ғәлимша ҡыҙы Ибраһимова 95 йәшлек ғүмер байрамын билдәләне

Ҡартлығында бәхетле. Шишмә районы Сәфәр ауылында йәшәгән Мәғфиә Ғәлимша ҡыҙы Ибраһимова 95 йәшлек ғүмер байрамын ете тиҫтәнән ашыу яҡындары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре хозурында ҡаршыланы. Ауыр һәм фәһемле тормош юлы үткән хеҙмәт ветеранының шатлығын БЮТ каналының ижади төркөмө лә уртаҡлашты.Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ғәлимшә ҡыҙы абруйлы, яратҡан, ҡәҙерле кеше. Ҡояш кеүек һәр балаһына күңел йылыһын тигеҙ өлөшеүсе, йомарт, изге күңелле өләсәйҙәре байрамына илебеҙҙең төрлө тарафтарынан улар талпынып ҡайтҡан. Хеҙмәт ветераны Мәғфиә Ибраһимованың егәрле булмышы хаҡында ейән-ейәнсәрҙәре атай-әсәйҙәре һөйләгәндәрҙе ишетеп үҫкән. Уларға йәшлеге ауыр һуғыш йылдарында, аслы-туҡлы 12 сәғәт станок артында хәрби машиналарға деталдәр эшләп үткән ағинәйҙәре яҙмышының һәр бите ҡәҙерле .

Мәғфиә Ғәлимша ҡыҙы тормош иптәше, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рафиҡ Бикбулатов менән 1948 йылда өйләнешәләр.7 бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығаралар.Бөгөнгө көндә алты балаһы иҫән. Тормош иптәше 36 йыл элек фажиғәле вафат була. Татыу ғаиләлә яҡшы тәрбиә һәм әхләҡ нигеҙҙәре алған балалары ата-әсәһенә ғүмере буйы рәхмәт тойғоларын йөрөтә.

Мәғфиә Ибраһимова тормош иптәше менән Белорет ҡалаһынан тыуған ауылы Сәфәргә күсеп ҡайта. Һуғыштан һуңғы илде аяҡҡа баҫтырған ауыр йылдарҙа йәйәүләп Өфө юлын тапай. Һыйырының ағын һатып балаларын икмәкле итә. Һуңынан Фермала быҙау ҡараусы булып эшләй. Мәғфиә Ғәлимша ҡыҙының дөйөм хеҙмәт стажы 45 йылдан ашыу.

Йәшлеген ауыр физик эш менән үткәргән, таң һарыһынан тороп ҙур ғаиләһенә тәмле аштар әҙерләгән Мәғфиә Ибраһимова олоғайған көнөндә бала-сағаларынан игелек күреп, Хөкүмәт яҡлауын тойоп ғүмер итә. Үҙен бер нимәгә лә ҡарамай бәхетле ҡатын-ҡыҙ тип иҫәпләй һәм бындай бәхет һәр кемгә яҙһын ине тигән теләктә ҡала.

Фото №1 - Шишмә районы Сәфәр ауылынан Мәғфиә Ғәлимша ҡыҙы Ибраһимова 95 йәшлек ғүмер байрамын билдәләне

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ