Ҡарауанһарай оло юбилейын билдәләй

Ырымбурҙағы тарихи-архитектура ҡомартҡыһына 175 йыл тула. Ошо уңайҙан Башҡортостан милли музейында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Сарала Башҡортоста Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, билдәле тарихсылар ҡатнашты. Ырымбур вәкилдәре менән онлайн бәйләнеш ойошторолдо.

Ырымбурҙа Ҡарауанһарай төҙөү ниәтен 1836 йылда генерал-губернатор Василий Перовский күтәреп сыға. Ул ҡалаға йомош менән килгән башҡорттарҙың бушлай туҡталыу урыны булырға тейеш тип иҫәпләй. Бинала башҡорт-мишәр ғәскәре штабы, ҡорал склады, башҡорт балалары өсөн училище, тимерлек, ағас эшкәртеү, ҡамыт-ыңғырсаҡ эшләү, тегеү оҫтаханалары урынлашырға тейеш була.

Каруанһарайҙың мәсете иһә мосолмандарға намаҙ уҡыу, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау өсөн тәғәйенләнә. Кантон башлыҡтары был мөрәжәғәте хуплап күтәреп ала. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә халыҡтан төҙөлөш фондына мул ғына аҡса йыйыла. Ҡарауанһарай архитектор Александр Брюлловтың проекты буйынса төҙөлә. Төп бина 1842 йылда эшләнеп бөтә.

Мәсетте эске яҡтан биҙәү һәм манараны тыштан йөҙләү эштәре күп ваҡытты алыу сәбәпле асыу тантанаһы 1846 йылдың көҙөндә генә үткәрелә. Байрамға Башҡорт-мишәр ғәскәре командиры, Өфөнән мөфтөй, кантон начальниктары, башҡа абруйлы ҡунаҡтар һәм ябай халыҡ саҡырыла. Ҡарауанһарай башҡорттарҙы берләштерер төп йортҡа әйләнә.

Түңәрәк өҫтәл сиктәрендә музейҙа Ҡарауанһарайҙың 175 йлылығына арналған күргәҙмә лә әҙерләнгән. Бында тарихи-архитектура ҡомартҡыһын төҙөү, асыу нескәлектәре, гөрләп торған йылдар хаҡындағы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән танышырға мөмкин. Экспозицияларҙан күренеүенсә Башҡортостан тарихындағы күп билдәле шәхестәрҙең яҙмышы Ҡарауанһарай менән бәйле.

Фото №1 - Ҡарауанһарай оло юбилейын билдәләй

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ