Башҡортостан спортсылары грек-рим көрәше буйынса донъя чемпионатында еңеү яуланы

Белоретта йәшәүсе Сәид-Хөсәйен Бакаев финалда Грузия спортсыһы Диего Чхиквадзе менән алышты. Өҫтөнлөк тулыһыса яҡташыбыҙ яғында булды. Ул дәғүәсеһен мәрәйҙәр буйынса 10-0 иҫәбе менән отто. Шулай уҡ алтын миҙалға Адлан Әмриев та лайыҡ булды. Өфө егете хәл иткес алышта Голландия вәкиле Тайрон Стеркенбургты 5-1 иҫәбе менән еңде.

Донъя чемпиондарын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Уның билдәләүенсә, йәштәрҙең оло ҡаҙанышы көрәш төрҙәренең үҫешенә ыңғай этәргес бирәсәк.

Фото №1 - Башҡортостан спортсылары грек-рим көрәше буйынса донъя чемпионатында еңеү яуланы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ