Быйыл бөтә пенсионерҙарға бер тапҡыр 10 мең һум бирелә. Бөгөн ил президенты Владимир Путин "Берҙәм Рәсәй" партияһы вәкилдәре менән осрашыу барышында ошондай тәҡдим менән сыҡты. Пенсионерҙарға 10 мең һум бирелә, хәрбиҙәргә шулай уҡ 15 мең һум түләнә. Президент был мәсьәләне хөкүмәт һәм тейешле ведомстволар ҡараясаҡ, тип белдерҙе. Рәсәйҙә был айҙа мәктәп уҡыусылары өсөн бер тапҡыр 10 мең һум бирелде.







