Был турала бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин белдерҙе. Уның әйтеүенсә, әлеге ваҡытта республикала коронавирустан стационар шарттарҙа 4 меңгә яҡын кеше дауалана, шуларҙың 2 мең ярымы 60 йәште уҙыусылар.
Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирустан вафат булыусылар 12 кешегә артҡан. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, пандемия башланғандан алып, ҡурҡыныс сир 999 кешенең ғүмерен өҙгән. Вафат булыусыларҙың 802-е 60 йәште уҙған кешеләр.
Бынан тыш, һуңғы тәүлектә ауырыусылар исемлегенә 297 кеше өҫтәлгән. Вакцинацияға килгәндә, бөгөнгә беренсе компонент 1 миллион 104 меңдән ашыу кешегә яһалған. 916 мең самаһы кеше прививкалауҙы тамамлаған. Һуңғы тәүлектә вакциналаныусылар исемлеге 5 мең 887 кешегә тулыланған.




