Был турала Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Төбәк башлығы билдәләүенсә, юбилейға тиклем ҡалған өс йыл эсендә өфөләрҙе, шулай уҡ республика халҡын әҙерлек эштәренә йәлеп итеү мөһим. Кәңәшмәлә шулай уҡ Өфөлә заман талаптарына яуап биргән студенттар кампусы төҙөү мәсьәләһе лә күтәрелде. Мәғлүм булыуынса, бөгөн мәктәпте тамамлаған уҡыусыларҙың бер өлөшө Башҡортостанда белем алырға ла, һуңынан эшкә ҡалырға ла ашыҡмай.
Шуға ла килеп тыуған проблеманы хәл итеү маҡсатында баш ҡалала һәләтле йәштәр өсөн студенттар студенттар кампусы төҙөргә ҡарар ителгән. Уның биләмәһендә студенттар, аспиранттар һәм уҡытыусылар өсөн торлаҡ, белем биреү һәм социаль объекттар асыу күҙ уңында тотола.
Республика биләмәһендә юғары янғын хәүефенә бәйле янғынға ҡаршы махсус режим индерелгән. Бынан тыш, 40 муниципаль районда һәм бер ҡала округында ауыл хужалығы культураларының һәләк булыуы арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл режимы ғәмәлдә ҡала.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 27 августҡв тиклем республиканың күпселек райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана. Был осорҙа тәбиғәткә сығыуҙы кисектереп торорға кәңәш ителә. Уҙған аҙнала 50 тәбиғәт янғыны теркәлә, уларҙың 46-һы ҡамап алына. Уттың тораҡ йорттарға таралыуына юл ҡуйылмаған. Әлеге көндә Башҡортостан райондарында 14 янғын усағы ғәмәлдә ҡала.







