Башланғыстар «Башҡорт ихаталары» республика программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Уға ярашлы бөгөнгө көндә лә Комсомольская урамында ремонт эштәре дауам итә. Үҙәк урамдарҙа асфальт ҡатламы яңыртылды, яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырылды.
Алдағы көндәрҙә тротуарҙарҙа ял урындарын төҙөкләндереү күҙаллана. Шулай уҡ «Комфорт ҡала мөхитен ойоштороу» проектына ярашлы мәктәп эргәһендә балалар майҙансығы төҙөлдө. Яңы майҙансыҡта кескәйҙәрҙең ял сәғәттәрен үткәреү өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы шарттар булдырылды.
Илнур Нафиҡов, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары
Октябрьский – заман талаптарына ярашлы төҙөкләндерелде. быға тиклем иҫке биләмәләр бөгөн танымаҫлыҡ итеп үҙгәртелде. Парковка киңәйтелде, ихаталағы асфальт ҡатламы яңыртылды, спорт һәм уйын майҙансыҡтары төҙөкләндерелде. Бөтә эштәр граждандарҙың хәүефһеҙ көндәлеге өсөн башҡарылды.
Флорида Ким




