Ишкилде тау итәгендә йәштәр төркөмө триколор йәйеп дәүләт гимнын башҡарҙы. Инициатив төркөм араһында ил флагы тарихына бағышланған викторина һәм интеллектуаль уйын ойошторолдо. Рәсәй триколоры тарихы 310 йылдан ашыу ваҡыт менән иҫәпләнә.
Уға нигеҙ һалыусы тип 1705 йылдың 31 ғинуарында Указ сығарған Петр I танылған. Документҡа ярашлы, төрлө сауҙа судноларында аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл төҫтәге флаг күтәрелергә тейеш. Күптән ил символоны әйләнгән флаг төҫтәре бөгөнгө көндә тыныслыҡ, тоғролоҡ һәм Ватан өсөн көс-ҡеүәтте аңлата.
Рәсәй дәүләт флагы көнө уңайынан Иглин ҡасабаһында ла саралар ойошторолдо. Тарих һәм туған яҡты өйрәнеү музейында кескәйҙәр һәм мәктәп уҡыусылары флаг тарихын өйрәнеп триколор һүрәтен төшөрҙө, уйын формаһы аша белемен камиллаштырҙы.
Патриотик сарала 14 йәше тулған үҫмерҙәргә паспорт тапшырылды. Балаларҙа илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү өсөн үткәрелгән осрашыу уйындар һәм конкурстар менән тамамланды.
Флорида Ким




