Сара әҙиптең тыуған яғы Дәүләкән районынан сыҡҡан яҡташтар, ҡәләмдәштәр һәм ижадын һөйөүселәр ҡатнашлығында үтте. Әхиәр Хәкимовты күптәр яҙыусы, тәржемәсе, тәнҡитсе-ғалим булараҡ та танып белә. Бигерәк тә халыҡ араһында «Өйөрмә», «Ҡуштирәк», «Думбыра сыңы», «Ҡош юлы» кеүек күләмле әҫәрҙәре киң танылыу алған.
Бар ғүмерен башҡорт халҡының тарихын өйрәнеүгә, уны художество юғарылыҡта әҙәбиәттә сағылдырыуға өлгәшкән Әхиәр Хәсән улының ижады – һәр башҡорттоң өҫтәл китабына әйләнерлек әҫәрҙәр, тиелде иҫкә алыу сараһында. Әйткәндәй, Әхиәр Хәкимдың тыуыуына 92 йыл тулыуға бәйле ай башында Дәүләкән районында әҙәби конкурс ойошторола.
Азат Ғәлиуллин




