Стәрлетамаҡ ҡалаһында өсөнсө тапҡыр «Беҙ бергә» музыка фестивале үтте

«Юлдаш» радиоһы менән «Галактика» күңел асыу үҙәге ойошторған сара йылдан йыл күп тамашасы йыя. 2018 йылдан бирле даими үткәрелеп торған концерт, былтыр сикләүҙәр арҡаһында кисектерелеп торҙо.

«Юлдаш» радиоһы һәр саҡ тыңлаусылары менән араны яҡынайтырға тырыша, быйылғы осашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ, ти алып барыусы Йәмил Ишмөхәмәтов.

Музыка фестивалендә егермегә яҡын башҡарыусы сығыш яһаны. Йыр-бейеү, “Теге өсәү”ҙең шаяртыуҙары, уйындар, иҫтәлекле бүләктәр менән ҡатыштырылды. Йола итеп алынған сара, киләһе йыл тағы ла күләмлерәк буласаҡ, тип вәғәҙә итә ойоштороусылар.

Фото №1 - Стәрлетамаҡ ҡалаһында өсөнсө тапҡыр «Беҙ бергә» музыка фестивале үтте
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ