Башҡортостанда бер тәүлектә 300 кеше коронавирус йоҡторған

Республикала коронавирустан вафат булыусылар 1 меңдән ашты. Уҙған тәүлектә 15 кешенең ғүмере өҙөлгән. Шулай уҡ вирус йоҡтороусылар арта. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бер тәүлек эсендә 300 кешелә инфекция табылған. Дауаханаларҙа 642 кеше ята, уларҙың күбеһе 60 йәштән өлкәндәр. Табиптар 53 пациенттың хәле ауыр булыуы хаҡында белдерә. Өй шарттарында 2 мең 655 кеше дауалана. “Хәүефле вирусты еңеү өсөн коллектив иммунитет булдырыу мөһим. Бының өсөн прививка яһатырға кәрәк”, ти табип Айбулат Әлибаев.

Башҡортостанда бер тәүлектә 300 кеше коронавирус йоҡторған

Уҙған тәүлектә республикала 18 мең 500-ҙән ашыу кеше прививка яһатҡан. Республикала 200-гә яҡын урында вакцина эшләтергә була. Шылтыратыуҙар үҙәгенең телефоны: 218-19-19, Өфөнөң коды: 347.

Фото №1 - Башҡортостанда  бер тәүлектә  300 кеше  коронавирус  йоҡторған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ