“Йәш һөнәрмәндәр” чемпионаты финалы еңеүселәренә Башҡортостан бүләк әҙерләгән. Радий Хәбиров республика йыйылмаһы командаһы ағзалары менән осрашыу барышында ошо турала белдерҙе. Башҡортостан финал еңеүселәренә -100, призерҙарға – 50 мең һум бүләк итә. Еңеүселәр һәм призерҙарҙың уҡытыусыларына ла ошондай уҡ сумма тапшырыла. Ярышта 16 йәштән 25 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнаша. Өфөгә Рәсәй төбәктәренән 76 команда килә. Улар 105 йүнәлеш буйынса оҫталығын күрһәтә. Чемпионатты асыу тантанаһы 25 августа “Торатау” конгресс-холы янындағы амфитеатрҙа үтә. Унда популяр башҡарыусы Егор Крид саҡырылған. Шулай уҡ дрондар шоуы күрһәтелә. “Йәш һөнәрмәдәр” чемпионатын ябыу тантанаһы 29 августа була. Унда DaBro төркөмөнөң сығышы көтөлә.







