"Йәш профессионалдар" милли чемпионаты барышында һөнәри йүнәлеш биреү майҙансыҡтары булдырыла. 5-се-11-се класс уҡыусылары өсөн 40 ошондай биләмә асыла. Уйын, экскурсия, викторина һорауҙары ярҙамында уҡыусыға оҡшаған һөнәр һайлау мөмкинлеге була. "Йәш һөнәрмәндәр" милли чемпионаты финалы Өфөлә 26-28 августа уҙғарыла.







