Башҡортостан йәштәр һаны буйынса Волга буйы округы төбәктәре араһында беренсе урында. Был тема Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә республика хөкүмәте ултырышында ҡаралды. Вице-премьер Ирек Сәғитов белдереүенсә, Башҡортостандың 1 миллион 107 мең гражданы йәш тип һанала. 130 мең йәш кеше һәләттәрен асыуға йүнәлтелгән программаларҙа ҡатнаша. Социаль яҡтан әүҙем граждандар быйыл 10 миллион һумдан ашыу суммаға 17 грант отҡан.







