Хәйбулла районында һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше үлеменә килтереү осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 17 августта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Аҡъяр ауылында янғын һүндергән ваҡытта гараждан тимер мискә сығарған булған. Әммә янғынды һүндергәс, ҡотҡарыусылар уны ҡарауһыҙ ҡалдырған.

Ҡыҙҡанысҡа ҡаршы, урамда уйнап йөрөгән ике бала корбид ятҡан мискәгә ут төрткән. Шартлау һөҙөмтәһендә малайҙарҙың береһенең тәне 90, икенсеһенеке 50 проценҡа бешкән. Тәүге бала дауаханала вафат булған, уның дуҫы дауаханаға һалынған.

Осраҡ буйынса тикшереү бара.

Фото №1 - Хәйбулла районында һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше үлеменә килтереү осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ