Ейәнсура районы Казанка ауылы эргәһендә урман янғыны көсәйгән

Ут бер нисә йөҙ гектар ерҙе ялмап алған. Иртәнге сәғәттәрҙән ваҡиға урынында 200-ҙән ашыу кеше һәм ун берәмек техника эшләй. Күмертауҙан ярҙамға аэромобиль төркөм килгән.

Янғынға ҡаршы көрәште тиҙләтеү маҡсатында төбәккә өҫтәмә көстәр талап ителә. Уларҙы ҡайнар аш менән тәьмин итеү ҡаралған. Әле Казанка ауылы мәктәбендә координаторҙар штабы ойошторолған. Бәйләнеш өсөн телефондар: 8 927 237 73 69, 8 927 927 31 48.

Фото №1 - Ейәнсура районы Казанка ауылы эргәһендә урман янғыны көсәйгән
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ