Башҡортостанда һуңғы тәүлектә 299 кешелә коронавирус асыҡланған. 397 пациент һауыҡҡан. 15 кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып 55 меңдән ашыу кеше ауырыған. Башҡортостанда 938 меңдән ашыу кеше коронавирустан вакцинаны тулыһынса эшләткән.




