Бөгөн башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе һәм журналист Ғайнан Әмириҙың тыуыуына 110 йыл. Ул Яңауыл районы Яңы Уртауыл ауылында тыуған. Замандаштары Ғайнан Әмириҙы һәләтле журналист, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ хәтерләй. Яҙыусыны тыуған төйәгендә лә иҫкә алдылар. Яңауыл район китапханасыһы Дания Хәкимова һөйләй.







