Башҡортостандың тағы ике предприятиеһы "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектына ҡушылды. Республика хөкүмәте һәм "Вагон ремонтлау заводы" араһында килешеү төҙөлдө. Шулай уҡ"Өфө" халыҡ-ара аэропорты менән хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу тураһында килешелде. Милли проект 2018 йылда ҡабул ителде. Уға ярашлы, 2024 йылға тиклем предприятиеларҙа етештереүсәнлекте йыл һайын 5 процентҡа арттырыу маҡсаты ҡуйыла.




