Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, пандемия башланғандан алып, ҡурҡыныс сир 1 мең 29 кешенең ғүмерен өҙгән. Үлеп ҡалыусыларҙың 824-е 60 йәште уҙған кешеләр. Бынан тыш, һуңғы тәүлектә ауырыусылар исемлегенә 299 кеше өҫтәлгән.
Вакцинацияға килгәндә, бөгөнгә беренсе компонент 1 миллион 119 меңдән ашыу кешегә яһалған. 939 меңгә яҡын кеше прививкалауҙы тамамлаған. Һуңғы тәүлектә вакциналаныусылар исемлеге 18 мең 232 кешегә тулыланған.




