Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе съездында ҡатнашты

Көн тәртибендәге төп тема – партияның VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға халыҡ программаһын ҡабул итеү булды. Съезда Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһаны. Ул партиянан Дәүләт Думаһы депутаттарын, Хөкүмәтте тиҙ арала һәм артыҡ бюрократияһыҙ хаҡлы ялдағыларға бер тапҡыр бирелә торған пособие түләүҙе ойошторорға ҡушты.

Шулай уҡ Дәүләт башлағы тәбиғи янғындар менән көрәшеү өсөн Рәсәй субъектарына 24 миллиард һум бүленеүе әйтте. Владимир Путин билдәләүенсә, урман янғындарын һүндереү өсөн авиация төркөмө булдырыу һәм быйылғы тәжрибәне иҫәпкә алып йәшел ҡалҡанды һаҡлауҙы көсәйтергә кәрәк.

Фото №1 - Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе съездында ҡатнашты
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ