Тәбиғәт һынау кисерә. Республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында янғын ҡотора. Хәйбулла районында сыҡҡан урман янғынын һүндереүҙә бар республика халҡы ҡатнашты, хәҙер “ҡыҙыл әтәс” менән менән көрәшергә сират – баймаҡтарға килеп етте.
Дүшәмбе Баймаҡ-Бәхтегәрәй юлында ҡоро үләнгә ут ҡапты. Тейешле хеҙмәттәр менән район халҡы тиҙ арала янғынды һүндереүгә өлгәште. Әммә туҡтауһыҙ ел сәбәпле, ут ваҡыты-ваҡыты менән кире тоҡана.
Янғын һүндереүселәр, ирекмәндәр уттың ауылға инеүенә юл ҡуймай. Техникалар минераль һыҙат һыҙып, юлды быуа.
Шишәмбе иһә төшкө ваҡытта райондың Ишмырҙа, Аҡморон биләмәһендә янғын башлана. Ут тиҙ арала ҙур майҙанды биләп ала.
Бөгөнгә район биләмәһендә асыҡ уттар һүндерелгән. Тик ут ҡапҡан ағастар быҫҡыуын дауам итә, ел иҫкән һайын яңынан тоҡана. Шуға ла янғын менән көрәш дауам итә, әленән -әле ирекмәндәр сафы тулылана. Уларҙы урында ҡайнар аш менән тәьмин итәләр.
Тәбиғәт янғындарының сәбәбе- ҡояшта ҡыҙып ятҡан быяла , тип фаразлайҙар белгестәр. Һауа температураһының юғары булыуы, көндәрҙең ҡоро тороуо, шул уҡ ваҡытта кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуы тәбиғәтебеҙгә бик ҡиммәткә төшә.
Әлфиә Хәмитова




