Ғәйнан Әмириҙең тыуыуына 110 йыл

Был уңайҙан яҙыусының остазы Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында хәтер кисәһе үтте.

Сараға Ғәйнан Әмириҙең ижадташ дуҫтары, әҙәбиәт һөйөүселәр йыйылды. Билдәле драматург, әҙәбиәтсе һәм публицист иҫтәлегенә махсус күргәҙмә ойошторолған. Унда прозаиктың «Хикәйәләр», «Һайланма әҫәрҙәр», «Аҡ елкән» кеүек китаптары йыйылған. Хәтер кисәһе барышында фотоһүрәттәр ҙә күрһәтелде. Ғәйнан Әмириҙең тормошо һәм ижады ла Мәжит Ғафури менән тығыҙ бәйле. Әлеге мемориаль йорт-музейында ул даими ҡунаҡ була. «Ҡара йөҙҙәр» әҫәрен сәхнәләштереүҙә әһәмиәтле роль уйнай.

Ғәйнан Әмири 1911 йылда хәҙерге Яңауыл районы Яңы Артауыл ауылында тыуа. Бөрө педагогия техникумын һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. «Йәш төҙөүсе» гәзитендә ҡәләм көсөн һынай. Ҡанлы һуғыш йылдары башланғас, 124-се айырым уҡсылар бригадаһы составында фронтҡа китә.

Гвардияның өлкән лейтенанты Ғәйнан Әмири Мәскәү яны һуғыштарында, Курск дуғаһында, Днепрҙағы, Сталинград өсөн һуғыштарҙа ҡатнаша. Яҙыусы төрлө әҙәби жанрҙарҙа – прозала, поэзия һәм драматургияла уңышлы эшләй. Уның әҫәрҙәре мәктәп программаһына ла ингән.

Фото №1 - Ғәйнан Әмириҙең тыуыуына 110 йыл

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ