Ярыш «Иҙиәтуллин» крәҫтиән-фермер хужалығы ойошторолоуға 30 йыл тулыуға арналды.
Бейеклекте үҙ итеүселәр бер нисә төрҙә, атап үткәндә ергә теүәл төшөүҙә, шәхси һәм төркөм акробатикаһында көслөләрҙе асыҡланы. Бәйге һөҙөмтәһе буйынса 8 тапҡыр донъя чемпионы Алексей Буренин еңеү яуланы. Әйткәндәй, ярыш барышында тәүге тапҡыр парашюттан һикерергә баҙнат итеүселәр ҙә табылды. Шуларҙың береһе – Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова булды. Төбәк етәксеһе үҙенең ҡыйыу аҙымын ҙур пландар ҡороп йәшәгән урындағы халыҡҡа бағышланы.
Урындағы фермер башланғысы менән шулай уҡ Оло-Теләктә Геройҙар Аллеяһы барлыҡҡа килде. Унда Миңлеғәле Шайморатов, Зоя Космодемьянская, Юрий Гагарин кеүек бик күп шәхестәрҙең бюстарын күрергә мөмкин. Ҙур булмаған ауыл өсөн был тарихи ваҡиға, ти сарала ҡатнашыусылар.




