Предприятиела Берҙәм двигателдәр эшләү корпорацияһының илдәге тәүге уҡытыу-етештереү үҙәге эш башланы. Унда эшсе һөнәрҙәрҙе производствонан айырылмайынса ғына үҙләштереү мөмкинлеге бар.
Белем биреү тулыһынса яңы технологияларға ҡоролған. Эшкә килеүселәрге ЧПУ станоктары үҙенсәлектәрен генә түгел, материалдарҙы барлыҡ нескәлектәрендә өйрәнә. Бының өсөн махсус лабораториялар асылған. Уҡытыу-етештереү үҙәген асыу тантанаһын БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.
Һалҡын ҡоростоң барлыҡ нескәлектәре электрон микроскоп аша күренә. Бигерәк тә фрезеровщиктар өсөн материалдарҙың үҙенсәлектәрен өйрәнеү мөһим. Шуға ла уҡытыу-етештереү үҙәгендәге ҡоролмалар алдынғы университеттарҙыҡынан һис кенә лә ҡалышмай.
Үҙәктә йыл һайын 2000 белгес әҙерлек үтәсәк. Юғары квалификациялы уҡытыусылар коллективы тупланған. Уларҙың күбеһе Германияла стажировка үткән. Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең алдынғы тәжрибәһен авиация кластерына ингән башҡа предприятиеларға таратыу ҙа күҙаллана. Уҡытыу-етештереү үҙәгенең Йәш һөнәрмәндәр милли чемпионатының финал ярыштарына сафҡа инеүе айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә, тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Үҙәк тулыһынса заман стандарттары буйынса йыһазландырылған. Аудитория һәм лабораторияларҙан тыш производство участкалары булдырылған. Ҡоролмалар авиация двигателдәрен етештереүҙә ҡулланыла. 200-ҙән ашыу станоктың барыһы ла Рәсәйҙә етештерелгән. Уҡытыу программаһын эш тәжрибәһенә таянып ойоштороу яңы үҙәктең төп өҫтөнлөгө тигән фекерҙә Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Олег Бочаров.
Үҙәк бер йыл эсендә төҙөлдө. Уны сафҡа индереү өсөн 2 миллиард ярым һум самаһы аҡса тотонолдо. Инвестициялар үҙен тулыһынса аҡлар тигән өмөттә белгестәр. Мәғариф һәм һөнәр оҫталарын әҙерләүгә һалынған аҡса башҡарылған эштең һөҙөмтәлелеген шаҡтай арттырырға мөмкинлек бирә.
Рафиҡ Әхмәтшин




