Аномаль эҫелек яңы рекордтар ҡуя

Кисә көндөҙ Өфөнөң Дим аэрология станцияһында һауа температураһының абсолют максимумы күҙәтелгән, ул 36,4 градус тәшкил иткән. Әлегә тиклем был көндәге максималь һауа температураһы 1940 йылда теркәлгән.

Ул ваҡытта күрһәткес 34,2 градус эҫегә тиң булған. Дөйөм алғанда, быйыл августа Башҡортостанда температура рекорды һигеҙенсе тапҡыр яңырҙы. Ямғырһыҙ эҫе көндәр бер үк ваҡытта тәбиғәткә лә кире йоғонто яһай, үлән һәм ағастар яныу менән бергә йылға-күлдәрҙың саманан тыш тартылыуы күҙәтелә.

Ә ҡайһы бер йылғалар ҡороуға тиклем барып еткән. Социаль селтәрҙәргә һадынған видеояҙманан күренеүенсә, Йылайыр районы Исҡужа ауылы эргәһендә аҡҡан йылға юҡҡа сыҡҡан. Урыны-урыны менән күләүектәр генә ҡалған.

Фото №1 - Аномаль эҫелек яңы рекордтар ҡуя
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ