Башҡортостан "Йәш һөнәрмәндәр" милли чемпионатына етди әҙерләнде, ҡатнашыусылар оҫталыҡтарын күрһәтер өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған, тине Республика башлығы Радий Хәбиров чемпионат финалын асыу тантанаһында.
Профессиональ оҫталыҡты үҫтереү агентлығы генераль директоры Роберт Уразов та чемпионатҡа әҙерлекте юғары баһаланы.
Бөгөн Өфөлә “Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионатының финал ярыштары старт алды. Унда илдең 76 төбәгенән йыйылған командалар 100-ҙән ашыу йүнәлеш буйынса көс һынаша.







