Радий Хәбиров “Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионаты майҙансыҡтарында булды

Бөгөн Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров һәм Профессиональ оҫталыҡты үҫтереү агентлығы генераль директоры Роберт Уразов “Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионаты майҙансыҡтарын ҡараны. “Республикала бөгөн Хеҙмәт байрамы, һөнәрҙәр байрамы. Майҙансыҡтарҙа командалар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған”, тип белдерҙе журналистар менән аралашыу барышында Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров “Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионаты майҙансыҡтарында булды

“Республика чемпионат финалына етди әҙерләнгән. Майҙансыҡтарҙың күңел һалып, ижади ҡараш менән төҙөлөүенә шаһит булдыҡ”, - ти   Профессиональ оҫталыҡты үҫтереү агентлығы генераль директоры Роберт Уразов.

Радий Хәбиров “Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионаты майҙансыҡтарында булды

“Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионаты финалында илдең 76 төбәгенән командалар ҡатнаша. Башҡортостан командаһы 500-гә яҡын ағзанан тора. Уларҙың 280-е конкурсант, 218-е эксперт булып иҫәпләнә.  Яҡташтарыбыҙ 100-ҙән ашыу йүнәлеш буйынса оҫталығын күрһәтә.

Фото №1 - Радий  Хәбиров  “Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионаты майҙансыҡтарында булды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ