Башҡортостанда 1 миллион 700 мең тоннанан ашыу иген урылған

Республика баҫыуҙарында ураҡ дауам итә. Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтары иген урыуҙы 84 процентҡа теүәлләгән. “Рощинский” совхозы баш агрономы Ришат Әхмәтов әйтеүенсә,  ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан уңыш әллә ни насар түгел.

Башҡортостанда 1 миллион 700 мең тоннанан ашыу иген урылған

“Дружба” хужалығында ашлыҡ урыу тамамланып килә. Баш агроном Наил Ғәйнуллин белдереүенсә, игенде һатыуға сығарырға ниәтләйҙәр. Хужалыҡта яңы сортлы бойҙайға һынау үткәрелә.

Башҡортостанда 1 миллион 700 мең тоннанан ашыу иген урылған

Быйыл “Дружба” хужалығында ашлыҡ таҙартыу һәм киптереү комплексы файҙаланыуға тапшырылған. Ул сәғәтенә 80 тоннаға яҡын иген эшкәртеү мөмкинлегенә эйә. Киләһе йылда комплекс янында иген һаҡлау объекттары төҙөү ҡарала.

Фото №1 - Башҡортостанда 1 миллион 700 мең тоннанан ашыу  иген урылған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ