Танылған сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре, ғалим Зөһрә Рәхмәтулина бөгөн юбилейын ҡаршылай. Ул 20 йәшендә Өфө ҡала Советына депутат итеп һайлана. 40 йәшендә фәлсәфә фәндәре буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 50-лә республика Хөкүмәте вице-премьеры була. Артабан Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана. “Ил парламентында эшләү халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирҙе”, - ти Зөһрә Рәхмәтуллина.
Зөһрә Рәхмәтуллина Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе. Яҡындары уның ғәҙел, ихлас, тырыш кеше булыуы хаҡында белдерә. Һуңғы йылдарҙа Зөһрә Йыһанур ҡыҙы халыҡсан йырҙар авторы булараҡ та танылды.
Зөһрә Рәхмәтуллина һөйләгәндәрҙең тулы варианты ошонда.







