"Салауат Юлаев" Континенталь хоккей лигаһында яңы миҙгелгә әҙерләнә. Был шәмбе Өфөлә Магнитогорскиҙан "Металлург" менән контроль уйын ҡаралған. Осрашыу Спорт һарайында 13 сәғәттә башлана. Лигала яңы миҙгелде иһә юлаевсылар ситтә башлай. Тәүге уйын 3 сентябрҙә Ҡаҙағстанда "Барыҫ" менән була.




