Бөгөн Өфөлә "Йәш һөнәрмәндәр" милли чемпионаты барышында Федераль "Профессиональ белем биреү үҫеше институты" менән Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығы араһында килешеү төҙөлдө. Был килешеүгә ҡул ҡуйылыуы бәйләнештәрҙе нығытыу, төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлеге бирә. Һөнәри белем биреүҙә системалы методик эш алып барырға кәрәк. Бөгөн ваҡиға коллеждарҙың методик үҫешендә этәргес була, тип белдерҙе Мәғариф һәм фән минисры Айбулат Хажин.




