Коронавирус һуңғы тәүлектә йәнә 14 кешенең ғүмерен ҡыйҙы

Хәүефле сирҙән үлем осраҡтары 1 мең 43-кә етте. Вафат булыусыларҙың күбеһе оло йәштәгеләр. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынған мәғлүмәт буйынса уҙған 24 сәғәт эсендә коронавирус йоҡтороуҙың 302 яңы осрағы теркәлгән.

Барлығы ауырыу 55 540 кешелә асыҡланған. Стационарҙарҙа әле 703 пациент дауалана . Уларҙың 57-һе ауыр хәлдә. Тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында 1 кеше.

Башҡортостанға 1 миллион 381 мең 368 доза вакцина килтерелгән. Прививканың беренсе өлөшөн 1 миллион 126 мең 856 кеше ҡаҙатҡан. Вакциналауҙы тулыһынса үтеүселәр һаны 950 мең 456. Һуңғы тәүлектә прививка ҡаҙатыусылар 19 мең ярымға артҡан.

Фото №1 - Коронавирус һуңғы тәүлектә йәнә 14 кешенең ғүмерен ҡыйҙы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ