Башҡортостан – «Йәш һөнәрмәндәр» милли чемпионатын уҙғарыу өсөн даими майҙансыҡ булыуға хоҡуҡлы

Ошондай тәҡдим менән ярыштың пленар ултырышында республика башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны. Белгестәр донъя кимәлендәге һөнәри ярыштың Өфөлә юғары кимәлдә үтеүен билдәләп сараны ойоштороу шарттарын баһаланы.

Чемпионат – төбәктә эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын үҫтереү, инвестициялар йәлеп итеү, яңы эш урындарын булдырыу һәм милләт-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу күпере булып торасаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ворлдскилс Рәсәй «Йәш һөнәрмәндәр» чемпионатына әҙерлек көсөргәнешле, яуаплы эш булһа ла Башҡортостан һөнәри бәйгене үткәреү буйынса өлгөлө миҫал булараҡ танылды. Чемпионаттың эшлекле программаһы сиктәрендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров һөнәри бәйгенең финалын йылда Өфөлә үткәреү тәҡдимен индерҙе. Республикала чемпионатты даими ойоштороу өсөн бөтә шарттар булдырылған. Матди-техник база һәм тәжрибә ҙур сараларҙы юғары кимәлдә үткәрергә мөмкинлек бирә.

Белгестәр республика – Ворлдскилс Рәсәй «Йәш һөнәрмәндәр» чемпионатының даими майҙансығы исеменә лайыҡлы һәм әҙер төбәк тип баһаланы. Күләмле чемпионат республиканың үҫеше өсөн көслө этәргес буласаҡ.

Ун йыл эсендә һөнәри үҫеш чемпионаты кимәле бер нисә тапҡыр артҡан. 23 һөнәри йүнәлештә ойошторолған бәйге булараҡ башланған чемпионат бөгөн 105 компетенция туплаған күләмле майҙан булып тора. Быйыл чемпионатта төҙөлөш тармағынан тыш 7 йүнәлеш буйынса һынауҙар үтә. Улар барыһы ла йәштәрҙең һәм төбәк киләсәге өсөн тағы ла бер ү:еш юлы булып тора.

Фото №1 - Башҡортостан – «Йәш һөнәрмәндәр» милли чемпионатын уҙғарыу өсөн даими майҙансыҡ булыуға хоҡуҡлы

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ