Иглин районында уҙған уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә балаларға йәмғиәттәге һанлаштырыу күренештәренең йоғонтоһо тураһында фекер алышынды.
Форумда ҡатнашыусыларға Иглин районы мәктәптәрендә ғәмәлгә ашырылған проекттар тәҡдим ителде.»Рәсәй мәктәп уҡыусылары хәрәкәте», «Кадеттар», «Йәш янғын һүндереүсе», «Ҡанатлан» тип аталған тиҫтәләгән проект төбәктә уңышлы эшләп килә.
Балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында урындағы үҙенсәлектәр нигеҙендә әҙерләнгән уҡытыу-тәрбиә программалары ла бар. Шуларҙың береһе Түбәнге Ләмәҙ урта мәктәбендә эшләп килә. Балалар белем усағында уҡ умартасылыҡ һәм үҫемлекселек серҙәренә төшөнә.
Конференцияла 2022 йылдың 1 сентябренән үҙ көсөнә инәсәк мәғариф өлкәһендәге яңы федераль дәүләт стандарттары буйынса ла фекер алышынды.
Рафиҡ Әхмәтшин







