Республика йәмәғәтселеге бөгөн күренекле ғалим-лингвист Таһир Байышевты хөрмәтләп иҫкә алды

Ул төрки халыҡтарының диалектология, лексикология һәм терминология өлкәһен өйрәнгән белгес булараҡ билдәле. Башҡорт теленең дә диалектын ул тәүгеләрҙән булып тикшерә. 11 тапҡыр фәнни-эҙләнеү экспедицияһында ҡатнаша.

Ғилми эштәрендә ул башҡорт диалекттары һәм һөйләштәренең дөйөм классификацияһы, уның ниндәй биләмәләрҙә таралыуын, лексика һәм морфология билдәләрен өйрәнгән. Башҡорт теле көнсығыш, көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш диалекттарҙан тороуын иҫбатлай.

Һәр яҡтың үҙ һөйләше, үҙенсәлеге бар. Был йәһәттән уны һаҡлау, халыҡҡа еткереү мөһим, ти белгестәр. Таһир Байышевтың хеҙмәте был өлкәлә ҙур ғилми маяҡ булып тора.

Фото №1 - Республика йәмәғәтселеге бөгөн күренекле ғалим-лингвист Таһир Байышевты хөрмәтләп иҫкә алды

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ