Урта һөнәри белем биреү системаһында төп бурыстарҙың береһе аныҡ етештереү линияһы өсөн кадрҙар әҙерләү. Был турала Рәсәй Мәғариф министры урынбаҫары Александр Бугаев белдерҙе. Ул Өфөлә "Йәш һөнәрмәндәр" милли чемпионаты финалына килде.
"Йәш һөнәрмәндәр" милли чемпионаты финалы аҙна аҙағына тиклем дауам итә.







