Башҡортостанда ҡытай инвесторҙары тракторҙар етештереүсе завод төҙөйәсәк

Был килешеүгә Сочиҙа барған Рәсәй инвестиция форумы сиктәрендә ҡул ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ республика делегацияһы Владимир өлкәһе менән хеҙмәттәшлек тураһында договор ҙа төҙөйәсәк. Төбәктәр сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни-социаль бәйләнештәрҙе үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барасаҡ.

Рәсәй инвестиция форумы сиктәрендә Башҡортостан инвесторҙар менән 7 килешеү төҙөйәсәк. Республика делегацияһын традицион рәүештә Рөстәм Хәмитов етәкләй. Башҡортостан Башлығы бер нисә ултырыш һәм түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашасаҡ. Осрашыуҙарҙан иң әһәмиәтлеһе – Владимир өлкәһе менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөү. Төбәктәр сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни-социаль бәйләнештәрҙе үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барасаҡ.

Сочиҙағы форум 16 февралгә тиклем дауам итәсәген билдәләп үтергә кәрәк. Ул Рәсәйҙең иҡтисади һәм инвестицион потенциалын презентациалау өсөн традицион майҙан булып һанала. Форум төбәктәргә инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатында 2002 йылда ойошторола. Мөһим иҡтисади сара Рәсәй Хөкүмәте булышлығында йыл да уҙғарыла.