Уҙған тәүлектә мәкерле сир йәнә 15 кешенең ғүмерен ҡыйҙы

Үлем осраҡтары мең 58-гә етте. 301 кеше ауырыуҙы яңы йоҡторған. Коронавирус менән барлығы 55 мең 841 кеше ауырыған. Әле дауаханаларҙа 706 пациент иҫәпләнә, уларҙың 58-е ауыр хәлдә. Тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында 2 кеше.

Башҡортостанға Ковидҡа ҡаршы 1 миллион 381 мең 368 доза вакцина килтерлегән. Прививкалауҙы тулыһынса 963 мең 364 кеше үткән. Һуңғы тәүлектә 21 меңдән ашыу кеше вакциналаныусылар исемлеген тулыландырған.

Фото №1 - Уҙған тәүлектә мәкерле сир йәнә 15 кешенең ғүмерен ҡыйҙы

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ