Уҙған тәүлектә өс кешенең ғүмере утта ҡыйылды

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Иглин районындағы баҡса йортонда утта 67 йәшлек ҡатын һәләк булған.

Кушнаренко ауылында ла янғын теркәлде. Ут Николаев урамындағы бер ҡатлы ағас йортта сыҡҡан. Ваҡиға урынында 59 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған. Өфө районы Ҡаҙыр ауылында шулай уҡ шәхси йорт ут эсендә ҡалған, унда 50 йәшлек ир һәләк булған.

Йыл башынан республикала барлығы 8 мең янғын теркәлгән, уларҙа 152 кешенең ғүмере өҙөлгөн. Бәхетһеҙлек осраҡтарының күбеһе һәләк булыусыларҙың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе, йә иғтибарһыҙ рәүештә тәмәке тартыуға бәйле.

Фото №1 - Уҙған тәүлектә өс кешенең ғүмере утта ҡыйылды

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ