Радий Хәбиров Өфө районындағы «Авиатех» предприятиеһында күсмә сәнәғәт сәғәте уҙғарҙы

Авиасәнәғәткә ярҙамға. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфө районындағы «Авиатех» предприятиеһында күсмә сәнәғәт сәғәте уҙғарҙы. Унда предприятиеның эшмәкәрлеген заман талаптары буйынса камиллаштырыу һәм етештереү күләмен артабан арттырыу тураһында һүҙ барҙы.

Башҡортостанда әле авиация кластерын үҫтереүгә етди иғтибар бүленә. Вертолеттар йыйыу, пилотһыҙ авиацияны үҫтереү өҫтөнлөклө бурыстар булараҡ билдәләнгән. Завод был йәһәттән тармаҡ өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур асыш. Шуға ла фекер алышыу барышында предприятиеға Дәүләт ярҙамы бүлеү юлдары ҡаралды. Тулырыҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Кеше ҡулдары урынына эшләгән роботтар ярҙамында төрлө йүнәлештә файҙалана торған конструкциялар етештерелә. Өфө районында «Авиатех» предприятеһында сәнәғәт тармағында ҡулланылған ҙур ҡоролмаларҙың өлөштәре робот көсө менән эшләнә. Ҡеүәтле техника ярҙамында фәнни асыштар, ҡатмарлы проекттар ғәмәлгә ашырыла.

Ун йыл элек ойошторолған предприятие Рәсәй буйынса 5 алдынғы компания исемлегенә индерелгән. Тиҫтә йыл ваҡыт эсендә ойошмала Халыҡ-ара кимәлдә 140 проект башҡарылған.

«Авиатех» предприятеһы эшмәкәрлеге менән республика башлығы Радий Хәбиров яҡындаш танышты. Күсмә «Сәнәғәт сәғәте» сиктәрендә ойошманың үҫеш юлдары барланды. Төбәк етәкселеге ҡарары буйынса Башҡортостанда пилотһыҙ авиация кластеры ойошторола. Сәнәғәт берләшмәһенә «Авиатех» -ты индереү ҙә күҙаллана. Өфө районына эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан башлығы нефть һәм газ ҡоролмаларын етештереүсе «Уралтехсистема» цехында ла булды.

Былтыр пандемияға бәйле заводтың етештереү ҡеүәтттәре кәмегән. Предприятие ҙур ғына зыян күргән. Быйыл завод яңы технологиялар нигеҙендә эш башларға иҫәп тота. Ҡорамалдарҙы камиллаштырыу етештереү күләмен арттырырға мөмкинлек бирәсәкә. Башланғысты ғәмәлгә ашырыу өсөн республиканың финанс ярҙамы талап ителә.

2024 йылға тиклем республикала пилотһыҙ авиация кластерына 2 миллиард һум самаһы инвестициялар йәлеп итеү күҙаллана. Сәнәғәт предприятиелары үҫеше йәһәтенән был йүнәлеш айырыуса иғтибарға лайыҡ. Күсмә сәнәғәт сәғәтендә билдәләнеүенсә, «Авиатех» предприятиеһы майҙансыҡтары яңы кластерҙың тәүге нигеҙ ташы булараҡ үҫешеүен күҙалларға мөмкин.

Фото №1 - Радий Хәбиров Өфө районындағы «Авиатех» предприятиеһында күсмә сәнәғәт сәғәте уҙғарҙы

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ