Унда ике аралағы хеҙмәттәшлекте нығытыу хаҡында барҙы.
Осрашыу «Йәш һөнәрмәндәр паркы»нда ойошторолдо. Был осраҡлы түгел, финанс учреждениеһы милли чемпионатты ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән, парк биләмһендә банктың махсус зонаһын әҙерләгән. Радий Хәбиров Евгений Коганға рәхмәт белдереп, «Уралсиб» республиканың ышаныслы партнеры тип билдәләне.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса туплау буйынса программа ғәмәлгә ашырыла, уға ярашлы 2017 йылдан алып 4 меңгә яҡын ғаилә йәшәү шарттарын яҡшыртҡан. Әле программала 3 меңләп кеше ҡатнаша.
Евгений Коган, милли чемпионат уҙған павильондарҙы ҡарап сығыуын һәм сараның юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне. Финанс учреждениеһы киләсәктә «Алға» транспорт картаһының мөкинлектәрен киңәйтеү эшендә лә ҡатнашырға ниәтләй.
Рәмзиә Кәримова




