Өфә мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙер

Быйыл башҡала мәктәптәренә 130 меңдән ашыу уҡыусы барасаҡ. Уларҙың 15 меңдән ашыуы беренсе синыф уҡыусылары. Уҡыу йылы барышында балаларҙың именлеген һәм уңайлы шарттарҙа белем алыуын тәьмин итеү өсөн йәй буйына ремонт эштәре башҡарылған.

Көҙ һәм ҡыш миҙгелендә тотҡарлыҡһыҙ эшләһен өсөн йылытыу селтәрҙәренә гидравлик һынауҙар үткәрелгән. Мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылар тулыһынса сит кешеләрҙән үтеп инә алмаған бинала үҙҙәрен ышаныслы тоясаҡ.

Өфөнөң 44-cе күп профилле полилингваль мәктәбендә 400-ҙән ашыу уҡыусы белем ала. Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы эпидемиологиы саралары үтәлә. Антесептиктар, һауа таҙартыу өсөн рециркуляторҙар ҡуйылған, айырым инеү төркөмдәре булдырылған, кластарҙа уҡытыусы һәм уҡыусы зоналарын бүлеүсе сигнал таҫмалар урынлаштырылған.

Корновирус инфекцияһынан һаҡланыуға ла саралар күрелә, балалар һәм ата-әсәләр социаль дистанция һаҡлаясаҡ.Белем көнө асыҡ һауала үтәсәк. Ә хәүефһеҙлеккә килгәндә, мәғариф учреждениеһында 140 камера урынлаштырылған, уларҙың 20-һе онлайн режимға ҡоролған.

Фото №1 - Өфә мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙер

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ