Башҡортостан фән һәм мәғариф үҙәктәренең береһе

      Был турала Рәсәй фән һәм мәғариф министры урынбаҫары Айрат Ғәтиәтов республикаға эш сәфәре барышында белдерҙе. Ул Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксе Александр Сидякин менән бергә Өфөләге вуз-ара кампусҡа ингән объекттар менән яҡындан танышты.

    Зәки Вәлиди урамындағы IQ-парк парк буласаҡ студент ҡаласығы объекттарының береһе. Киләсәктә уны ҡулланыу даирәһен киңәйтеп, белем биреү һәм фән мәркәзе ойоштороу ҡарала. Парктың иң юғары нөктәһенән буласаҡ кампус ус төбөндәге кеүек күренә. Улар бер-береһенә яҡын тора.  Сәфәр барышында етәкселәр элекке Киров заводы бинаһында туҡталды, шулай уҡ Архирейка биҫтәһен төҙөкләндереү мөмкинлектәре ҡаралды. Вуз-ара кампус төҙөлөшө тамамланыу менән был биләмәләр студенттар  өсөн инфраструктура ҡороу маҡсатында файҙаланыласаҡ. Айрат Ғәтиәтов проектты бойомға ашырыу ҙур яуаплылыҡ талап итеүен билдәләне. Проект буйынса студент ҡаласығы төҙөлөшөндә алдынғы архитектура алдымдары файҙаланыла. Өфө кампусы 27 дәғүәсе араһынан конкурс һөҙөмтәһендә һайлап алынды. Кампус  республика йәштәрен генә түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә һәләтле йәштәрҙе йәлеп итергә мөмкинлек бирергә тейеш.

Башҡортостан фән һәм мәғариф үҙәктәренең береһе
Фото №1 - Башҡортостан фән һәм мәғариф үҙәктәренең береһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ