Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә вирус йоҡтороуҙың 303 яңы осрағы асыҡланған, 14 кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып, 1 мең 72 кеше вафат булған.
Әле өй шарттарында ковидтан 2 мең 693 кеше дауалана, 712 кеше стационарҙа ҡала. Уларҙың күбеһе 60 йәштән өлкәндәр. 57 кешенең хәле ауыр тип баһалана. Табиптар прививка эшләтеүҙе тиҙләтергә өндәй.
Республикала бер тәүлек эсендә 24 меңдән ашыу кеше коронавирустан вакцина яһатҡан. Беренсе компонентты 1 миллион 145 мең кеше алған. 978 меңгә яҡын кеше иммунизацияны тамамлаған.




